Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Март , 12:00

Бәләбәйҙәр еңеү яуланы

Башҡортостан Республикаһының Фехтование буйынса спорт әҙерлеге үҙәгендә мас-рестлинг буйынса Волга буйы федераль округы чемпионаты һәм беренселеге уҙҙы. Ярыштар ошо спорт төрөндә Волга буйы федераль округынан иң көслө вәкилдәрҙе йыйҙы.

Бәләбәйҙәр еңеү яуланы
Бәләбәйҙәр еңеү яуланы

Ярыштарҙа үҙ районын лайыҡлы күрһәткән Бәләбәй ҡалаһының «Чемпион» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре айырылып торҙо. Уларҙың ныҡышмалы күнекмәләре һәм еңеүгә ынтылышы, район копилкаһын төрлө дәрәжәләге дүрт миҙал менән тулыландырып, лайыҡлы һөҙөмтәләр килтерҙе.

 

Беренсе урын - Артём Ғәлиуллин.

Икенсе урын - Рамзан Хәмитов.

Өсөнсө урын - Наталья Газина һәм Валерий Борисов.

 

Тренер Винер Абзалов ярыштарҙан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

«Ярыштар юғары кимәлдә уҙҙы! Бик яҡшы ойошторолған, ә мөхите көсөргәнешле ине. Ә бына финал айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ булды, унда алтын өсөн ике бәләбәйле - Рамзән Хәмитов менән Артем Ғәлиуллин көс һынашты. Ул егеттәрҙең юғары әҙерлек кимәлен һәм еңеүгә ынтылышын күрһәтеүсе мас-рестлинг байрамы булды. Беҙ һәр спортсыбыҙ менән ғорурланабыҙ!»

Регина Иванова әҙерләне. Фотолар: В. Абзалов

Бәләбәйҙәр еңеү яуланы
Бәләбәйҙәр еңеү яуланы
Бәләбәйҙәр еңеү яуланы
Бәләбәйҙәр еңеү яуланы
Автор:  Регина Фаизова
Читайте нас