Саңғысыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, муниципаль район Советы рәйесе Сергей Лущиц һәм район ветерандары советы рәйесе Александр Буйлов йылы ҡаршы алды. Улар спортсыларға уңыштар ғына теләп ҡалманы, ә ярыштарҙа шәхси ҡатнашыу өлгөһөн дә күрһәтте.
1 километрға команда ярышында район хакимиәттәре, ҡала һәм ауыл биләмәләре, дөйөм белем биреү учреждениелары, предприятиелар, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм оло йәштәге кешеләр командалары ярышты.
Ярыш мауыҡтырғыс булды. Финишҡа тиклем кемдең еңеүсе буласағын алдан күҙаллау мөмкин түгел ине, һәм был ярышҡа киҫкенлек һәм драматизм өҫтәне.
Фотолар Социаль үҫеш идаралығынан