Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Март , 12:00

Көрәш келәменән саңғы трассаһына тиклем

Бәләбәйҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәрен, хеҙмәткәрҙәренең һәм ветерандарының балаларын берләштергән ике сағыу спорт сараһы үтте.

Көрәш келәменән саңғы трассаһына тиклем
Көрәш келәменән саңғы трассаһына тиклем

Грек-рим көрәше буйынса турнир

Ул Эске эштәр министрлығы ветераны, отставкалағы милиция полковнигы Сергей Константинович Горенко иҫтәлегенә арналды. Тантанала уның хәләл ефете, ейәндәре менән килене, Бәләбәй ҡала эске эштәр бүлегенең элекке начальнигы, отставкалағы милиция полковнигы Рәис Солтан улы Сафин, Социаль үҫеш идаралығының физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Рәмил Насиров, шулай уҡ эске эштәр бүлеге ветерандары ҡатнашты.

Турнирҙа 51 спортсы көс һынашты. Айырыуса полиция патруль-пост хеҙмәтенең айырым рота командиры Роман Талхиговтың улдары - 2016 йылғы Ясир һәм 2018 йылғы Ромади айырылып торҙо. Улар 30 килограмға тиклем һәм 25 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияларында почетлы беренсе урындар яуланы.

Саңғы спорты фестивале

Сара Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды. Ярыштарҙа Бәләбәй ҡалаһының 34 ойошмаһы һәм предприятиеһы ҡатнашты.

Эске эштәр бүлеге ветерандарынан саңғысылар командаһы икенсе урын яуланы. Команда составында Р. Ғәниев, Ю.В. Фёдоров, Ф.М. Ермолаев, Г.К. Васильев булды.

Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлеге командаһында полиция майоры Салауат Ғабдрахманов (дежур бүлек етәксеһе), эске хеҙмәт майоры Айнур Саҙретдинов, уның ҡыҙы Ралина Саҙретдинова һәм полицияның өлкән лейтенанты Диана Самойлова (полицияның участка вәкиле) өсөнсө урын яуланылар.

 

Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары ҡатнашлығындағы спорт саралары коллективты берләштереүгә, быуындар араһындағы бәйләнеште нығытыуға һәм ведомствоның традицияларын яҡлауға булышлыҡ итә. Бындай ваҡиғалар кешеләрҙе дөйөм маҡсат менән берләштерә, команда рухын үҫтерә һәм физик формаға ярҙам итә.

Гүзәл Сафина, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса ОРЛС бүлегенең өлкән белгесе

 

Көрәш келәменән саңғы трассаһына тиклем
Көрәш келәменән саңғы трассаһына тиклем
Көрәш келәменән саңғы трассаһына тиклем
Көрәш келәменән саңғы трассаһына тиклем
Көрәш келәменән саңғы трассаһына тиклем
Автор:
Читайте нас