Спорт
6 Апреля , 07:00

Яугир-афғансы иҫтәлегенә турнир

Уҙған шәмбелә Бәләбәй медицина колледжының спорт залында алыш көсөргәнеше һәм ярыш рухы хакимлыҡ итте. Бында грек-рим көрәше буйынса «Чемпион» спорт мәктәбенең асыҡ турниры уҙҙы, ул быйыл Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Егоров Александр Ивановичтың иҫтәлегенә арналды.

Яугир-афғансы иҫтәлегенә турнирЯугир-афғансы иҫтәлегенә турнир
Яугир-афғансы иҫтәлегенә турнир

Турнирҙы асыу тантанаһына спортсылар, тренерҙар, ветерандар һәм абруйлы ҡунаҡтар йыйылды. Был мөһим мәлде уртаҡлашыусылар араһында «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Бәләбәй бүлексәһе етәксеһе, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр һәм Эске эштәр министрлығы ветераны Рим Баһманов, Александр Иванович Егоровтың хеҙмәттәштәре Сергей Медведев һәм Александр Ерзаков, ҡалала грек-рим көрәшенә нигеҙ һалыусы Владимир Саприндың тәрбиәләнеүсеһе Игорь Григорьев бар ине.

Был көндө келәмдә физик әҙерлекте генә түгел, һынмаҫ характерҙы ла күрһәткән 80-дән ашыу йәш спортсы көс һынашты. Сарала Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Приют, Туймазы, Октябрьский ҡалалары һәм тораҡ пункттары, шулай уҡ Татарстан Республикаһы вәкилдәре ҡатнашты.

Көсөргәнешле алыш йомғаҡтары буйынса, үҙ ауырлыҡ һәм йәш категорияларында еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде. Почет пьедесталына күтәрелеүселәр араһында бәләбәйҙәр Егор Максимов һәм Глеб Кульбида, шулай уҡ Приютта йәшәүсе Тамерлан Ғатауллин бар ине.

Турнирҙы ойоштороу һәм үткәреүгә команданың, атап әйткәндә, «Чемпион» спорт мәктәбенең грек-рим көрәше буйынса тренер-уҡытыусыһы Дмитрий Бабенко етәкселегендәге яйға һалынған эше булышлыҡ итте.

Фотолар: «Чемпион» спорт мәктәбе

 

Яугир-афғансы иҫтәлегенә турнир
Яугир-афғансы иҫтәлегенә турнир
Яугир-афғансы иҫтәлегенә турнир
Яугир-афғансы иҫтәлегенә турнир
Яугир-афғансы иҫтәлегенә турнир
Яугир-афғансы иҫтәлегенә турнир
Автор:Регина Иванова әҙерләне
Читайте нас