

Көсөргәнешле уйындарҙа беренсе урынды – Туймазы, икенсене Октябрьский ҡалаһы командалары яуланы. Беҙҙең команда «Дебют» спорт шахмат мәктәбе тренеры Римма Әхлис ҡыҙы Ноғоманова остазлығында өсөнсө урын алыуға өлгәште. Ә бит был 3 урынды беренсегә тиңләргә мөмкин. Сөнки Октябрьский һәм Туймазы ҡалаларының билдәле шахмат мәктәптәренән һуң килә ул. Бәләбәй шахматсылары өсөн был иҫ киткес һөҙөмтә.
Оҫта шахматсыларыбыҙҙы атап үтәйек: Рауил Хәбибуллин, Усман Хәбиров, Арыҫлан Исламов, Арсений Гаманов, Степан Тудейкин, Семен Никитин, Тимур Үзбәков, Семен Саков, Георгий Гаманов, Камила Задаева, Диана Хәйруллина, Аделина Муллабаева, Риана Зарипова.
Бөгөн бронза – иртәгәһе алтынға ныҡлы нигеҙ! Йәш шахматсыларыбыҙға өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмауҙарын, яңы матур партиялар, еңеүҙәр теләйбеҙ!