

Майҙанға Бәләбәй районы предприятиеларының күп һанлы хеҙмәт коллективтары һәм профсоюздарынан дүрт команда сыҡты:
- Бәләбәй «Почет билдәһе» орденлы һөт комбинаты,
- БелЗАН акционерҙар йәмғиәте,
- «РЖД» йәмғиәтенең Аксаков юл дистанцияһы,
- «Башспирт» акционерҙар йәмғиәтенең Бәләбәй филиалы.
– Турнир бик ҡыҙыҡлы булды,- тип хәбәр итте Бәләбәй һөт комбинатының профсоюзы вәкиле, административ-хужалыҡ бүлеге начальнигы Гөлнара Марахонько. - Турнирҙы ойоштороусылар барлыҡ ҡатнашыусыларға сырҙар тәмләп ҡарарға тәҡдим итте: теләгән һәр кем Бәләбәй сыр ҡайнатыусылары продукцияһының тәмен татып ҡарай алды.
Көсөргәнешле футбол алыштары һөҙөмтәһендә беренсе урынды Аксаков юл дистанцияһы командаһы яуланы. Уларҙан «Башспирт» йәмғиәтенең Бәләбәй филиалы командаһы еңелде. Турнирҙы ойоштороусылар – Бәләбәй һөт комбинаты командаһы өсөнсө урында. Дүртенсе урынды Бәләбәйҙең «Автонормаль» заводы командаһы алды.
Елена Петрова фотолары