

Традиция буйынса, Бәләбәй ҡалаһының «Чемпион» спорт мәктәбе гимнасткалары айырылып торҙо. Йәш спортсылар тыуған ҡалаларын лайыҡлы күрһәтте һәм наградалар йыйылмаһы алып ҡайтты!
Алтын миҙалдарҙы түбәндәге спортсылар яуланы:
- Александра Ленчевская (2010 йылғы);
- Сафина Ғатауллина (2018 йылғы).
Көмөш призёрҙар:
- Анжела Родионова (2012 йылғы);
- Дарья Ситкина (2017 йылғы);
- Мария Майорова (2015 йылғы);
- Камилла Ғимазетдинова (2016 йылғы).
Пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелделәр:
- Самира Ғилманова (2016 йылғы);
- Устина Закутайло (2018 йылғы).
- Дарья Ленчевская (2014 йылғы);
- Арина Дюбанова (2010 йылғы).
Һәр ҡатнашыусының сығышы һомғоллоҡ, хәрәкәттәрҙең аныҡлығы һәм спорт рухы менән һуғарылғайны.
Тренер Нина Борисовна Фёдорова шулай тип билдәләне:
«Тәрбиәләнеүселәрем менән бик ғорурланам. Улар юғары оҫталыҡ кимәле күрһәтте һәм һәр дисциплинала аҙаҡҡаса көрәште. Был ярыштар көслө спортсылар араһында үҙ көсөңдө тикшереү һәм ҡиммәтле тәжрибә алыу өсөн шәп мөмкинлек булды. Һәр миҙал - ныҡышмалы хеҙмәт, дисциплина һәм үҙ-үҙеңә ышаныу һөҙөмтәһе ул».
Регина Иванова әҙерләне.
Фотолар: «Чемпион» спорт мәктәбе