Спорт
7 Июля , 10:00

Башҡортостан бокссылары халыҡ-ара пьедесталды яуланы

2 июлдән 6-һына тиклем Ҡостанай ҡалаһында бокс буйынса 17-18 йәшлек үҫмерҙәр араһында Халыҡ-ара турнир үтте. Ул Ҡостанай өлкәһенең Бокс федерацияһы вице-президенттары Нурсолтан Айтенов һәм Корган Айтеновтар иҫтәлегенә арналды. Турнирҙа донъяның һигеҙ иленән: Үзбәкстандан, Германиянан, Тажикстандан, Ҡырғыҙстандан, Ираҡтан, Белорусь Республикаһынан, Рәсәйҙән 125 иң көслө боксёр ҡатнашты.

Башҡортостан бокссылары халыҡ-ара пьедесталды яуланыБашҡортостан бокссылары халыҡ-ара пьедесталды яуланы
Башҡортостан бокссылары халыҡ-ара пьедесталды яуланы

Рәсәй Федерацияһы данын халыҡ-ара турнирҙа биш спортсынан торған Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы яҡланы. Улар араһында – «Чемпион» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Артём Ревенко.

70 килограмға тиклемге категорияла Артём өс алышты уңышлы үткәрҙе, ике еңеү яуланы һәм халыҡ-ара турнирҙың бронза призеры булды.

Башҡортостандың бокс мәктәбенән тағы ла бер спортсы халыҡ-ара турнирҙа алтын миҙал яуланы. Ул - Өфө ҡалаһынан Сәйфуллах Цычоев (80 кг).

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: спортсылар Башҡортостан йыйылма командаһының  өлкән тренеры Иван Игольников етәкселегендә шөғөлләнә.

Башҡортостан Бокс федерацияһы фотолары

 

 

Башҡортостан бокссылары халыҡ-ара пьедесталды яуланы
Башҡортостан бокссылары халыҡ-ара пьедесталды яуланы
Башҡортостан бокссылары халыҡ-ара пьедесталды яуланы
Автор:Светлана Шириня
Читайте нас