

Ҡатнашыусылар юғары кимәлдәге физик әҙерлек һәм реаль хәрби һәм хеҙмәт хәлдәренәяҡын шарттарҙа эш итеү һәләтен күрһәтте.
Малайҙар ҙур тиҙлектә йүгереү участкаһын үтте, соҡор аша һикерҙе, лабиринт һәм бау күперҙән үтте, яңғыҙ окопта һәм траншеяла биремдәр үтәне.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, «ҡаршылыҡтар һыҙаты» дисциплинаһы – көс структураларының шәхси составын әҙерләү системаһында һәм йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә иң кәрәкле дисциплиналарҙың береһе. Ауырлыҡтарҙы еңеп, егеттәр характерҙарын һәм ихтыяр көстәрен сыныҡтыра.
Фотолар: «Тиҫтер» учреждениеһы