

Ярыштар ныҡлыҡҡа һәм оҫталыҡҡа ысын һынау була. Ваҡытҡа шәхси уҙышта Александр берләшкән H1–H5 кластарында көмөш миҙал яулай. Төркөм ярышы ла көсөргәнешле була, бында спортсы шул уҡ категорияла пьедесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелә.
Әммә Давидович өсөн турнирҙың төп һөҙөмтәһе H1–H5 кластарының дөйөм зачетындағы беренсе урын: ул Рәсәй Кубогы еңеүсеһе була.
Спортсының һәр ҡаҙанышы артында тренерҙар штабының тырыш эше тора. Александр Давидович «Чемпион» спорт мәктәбе тренеры Артур Шайморатов етәкселегендә шөғөлләнә. Тап атлет менән остаздың берлектәге эше ошондай юғары һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкинлек бирә.
А. Давидович архивынан фотолар