Спорт
30 Июля , 07:00

Бронза яулап ҡайттылар

Өфөләге «Ҡашҡаҙан» паркында «Рәхәттә «Динамо» турниры уҙҙы, ул  шулай уҡ 3×3 баскетбол буйынса Өфө ҡалаһы Кубогы. Ярыштарға Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән 66 команда йыйылды: майҙанға Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Бөрө ҡалаларынан, шулай уҡ Бәләбәй, Ҡыйғы һәм Миәкә райондарынан спортсылар сыҡты.

Бронза яулап ҡайттыларБронза яулап ҡайттылар
Бронза яулап ҡайттылар

Ҡатнашыусылар дүрт йәш категорияһында еңеү өсөн көрәште: 14 йәштән өлкән ҡыҙҙар, 14 йәштән өлкән егеттәр, 18 йәштән өлкән ҡыҙҙар һәм 18 йәштән өлкән ир-егеттәр.

Бәләбәй районынан турнирҙа Приют ҡасабаһының «Стимул» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре (тренеры Рәфиә Сөләймәнова) ҡатнашты. «14 йәштән өлкән егеттәр һәм ҡыҙҙар» категорияһында, 32 команда араһында, приюттар ышаныслы уйын күрһәтте һәм почетлы бронза яуланы.

«Стимул» командаһы капитаны Динар Латипов көсөргәнешле матчтарҙан тьҫораттары менән уртаҡлашты:

«Беҙгә 2025 йылғы Юғары лига чемпионы һәм 2025/26 йылдар миҙгелендә Суперлига ҡатнашыусыһы «Динамо» командаһына ҡаршы уйнау бәхете тейҙе. Ғәҙел көрәштә 3:9 иҫәбе менән еңелдек – тимәк, үҫергә кәрәк, әммә бындай дәғүәселәр менән осрашыу үҙе – баһалап бөткөһөҙ тәжрибә. Өфөнөң «88» командаһы менән бронза өсөн уйын айырыуса ҡыҙыу булды: беҙ һәр мәрәй өсөн көрәштек, тигеҙ барҙыҡ, һәм матч овертаймға тиклем барып етте, унда беҙ еңеүгә өлгәштек. Бөтә дәғүәселәрҙең кимәле бик юғары булды, һәм был уңышҡа өлгәшеүгә этәргес булды.

Турнирға ике-өс аҙна самаһы әҙерләндек. Әммә беҙҙең уйындың төп сере шунда: Приютта беҙ 3×3 форматында күп күнекмәләр үткәрәбеҙ, шуға күрә аныҡ маҡсат менән барабыҙ: ҡасабабыҙҙың нимәгә һәләтле булыуын күрһәтергә һәм мотлаҡ призерҙар рәтенә эләгергә. 32 команда араһында өсөнсө урын – был бик шәп, беҙ һөҙөмтә менән бик ҡәнәғәтбеҙ!

Тығыҙ график арҡаһында беҙ саҡ наградаһыҙ ҡайтып китмәнек, электричкаға һуңлай инек, шуға һайлау алдында ҡалдыҡ: ҡалырға һәм миҙал өсөн уйнарғамы әллә бер нәмәһеҙ ҡайтырғамы. Беренсеһен һайланыҡ, һәм бер тамсы ла үкенмәйбеҙ!»

Д. Латипов архивынан фотолар

Бронза яулап ҡайттылар
Бронза яулап ҡайттылар
Бронза яулап ҡайттылар
Бронза яулап ҡайттылар
Бронза яулап ҡайттылар
Бронза яулап ҡайттылар
Бронза яулап ҡайттылар
Бронза яулап ҡайттылар
Автор:Регина Иванова
Читайте нас