

Бында йылдар буйына Бәләбәй спортына көс һалған ветерандарҙы, тренерҙарҙы, спортсыларҙы тәбрикләнеләр. ГТО билдәләрен тапшырыу мөһим момент булды.
Майҙансыҡтарҙа дәрт-дарман, хис-тойғолар ҡайнаны. Гер спортында көс һынаштылар, волейбол команданың реакция тиҙлеге һәм килешеп эш итеүе менән үлсәнде, дартста һәм шашкала аныҡлыҡ һәм тактика баһаланды, ә йүгереш юлында һәр кем үҙенең иң яҡшы һөҙөмтәһе өсөн көрәште. Бынан тыш, футбол буйынса Ихата чемпиондары лигаһының финал матчтары үтте, улар байрамға үҙенсәлекле көсөргәнеш, тамаша өҫтәне.
Елена Петрова фотолары