

Был көндө тәжрибәле атлеттар ҙа, гер спортында тәүге ышаныслы аҙымдар яһаусылар ҙа майҙанға сыҡты. Һәр ҡатнашыусы үҙ-үҙен уҙып шәхси һөҙөмтәһен яҡшыртырға ынтылды. Һәм күптәр быға өлгәште.
Айырыуса яңы спорт сиктәрен яулаған спортсылар үҙҙәрен сағыу күрһәтте. Сергей Бабаджанов һәм Ярослав Кузнецов беренсе үҫмерҙәр разряды нормативын үтәне. Камил Андреев, икенсе үҫмерҙәр разрядын яулап, юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелде, Ә Артем Хазиев өсөнсө үҫмерҙәр разрядын раҫланы.
Егор Цюпконың ҡаҙанышы айырым иғтибарға лайыҡ: ул 32 килограмм ауырлыҡтағы герҙе 123 тапҡыр күтәреп, үҙенең шәхси һөҙөмтәһен һиҙелерлек яҡшыртты. Әйткәндәй, Егор Башҡортостан йыйылма командаһы составына инде һәм сентябрҙә Дондағы Ростовта Гер спорты буйынса Рәсәй Кубогында республика исеменән сығыш яһаясаҡ.
Беренселек еңеүселәре – Рамзан Хәмитов, Ринат Нәсибуллин, Егор Лысенков, Артем Ғәлиуллин, Сергей Бабаджанов, Анастасия Ефимова, Егор Цюпко, Ульяна Швыркова һәм Камил Андреев. Йәш спортсыларҙы гер спорты буйынса тренер-уҡытыусылар Ирина һәм Винер Абзаловтар әҙерләгән. Уларҙың тәжрибәһе, талапсанлығы һәм ярҙамы балаларға мөмкинлектәрен асырға һәм өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа ярҙам итә.
Фотолар: «Чемпион» спорт мәктәбе