

Ярыштарҙа Башҡортостан, Татарстан, ХМАО, Мәскәү, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләре спортсылары ҡатнашҡан. Республикабыҙ намыҫын 15 боксер яҡланы, улар араһында Бәләбәй ҡалаһы вәкиле айырылып торҙо.
«Чемпион» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Егор Петров бик яҡшы техника һәм еңеүгә ынтылыш күрһәткән. 66 килограмм ауырлыҡ категорияһында ул ярышташтарына ал бирмәй, турнирҙың алтын миҙалын яулай. Бынан тыш, Бәләбәй боксерының сығышы иң яҡшы алыш техникаһы өсөн махсус награда – приз менән билдәләнгән.
Егорҙың уңышына күп осраҡта уның тренер-уҡытыусылары Иван Игольников һәм Александр Силантьев булышлыҡ итә. Уларҙың етәкселегендә спортсы төбәк-ара ярыштарҙа юғары әҙерлек кимәлен күрһәтеп кенә ҡалмай,ә спорт мастерына кандидат нормативын да үтәй.
Фотолар: «Чемпион» спорт мәктәбе