

Юлиәнең тарихы 2017 йылда, ул беренсе тапҡыр «Чемпион» спорт мәктәбенә килгәс башлана. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ҡыҙ шунда уҡ ҡатмарлы спорт төрөн – ачери-биатлонды һайлай, һәм шул ваҡыттан алып үҙенең ҡарарын үҙгәртмәй.
Спорт карьераһын һайлауҙа ҡыҙға ата-әсәһе ярҙам итә. Юлиәнең атаһы тәжрибәле спортсы, саңғы ярыштарында һәм хоккейҙа уңышлы сығыш яһай. Ә әсәһе, ҡыҙының талантын күреп, хатта классик саңғы спортын ачери-биатлонға алмаштыра.
Юлиә янында уның остазы Артур Шайморатов – спортсының беренсе һәм берҙән-бер тренеры. Уның етәкселегендә ҡыҙ иҫ киткес һөҙөмтәләргә өлгәшә.
Юлиә Ямалетдинованың активында: Рәсәй беренселегенең абсолют еңеүсеһе титулы, Рәсәй кубоктарында һәм чемпионаттарында призлы урындар, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы йыйылма командаһы ағзаһы статусы.
Спорт мастеры исеме спортсының һәм уның остазының күп йыллыҡ күнекмәләренең һәм ныҡышмалы хеҙмәтенең законлы һөҙөмтәһе.
Фото: «Чемпион» спорт мәктәбе