

Ярыштар өс лигала үтте: бронза, көмөш һәм алтын. Һәр лигала көсөргәнешле көрәш барҙы, һәр команда үҙенең өҫтөнлөгөн иҫбатларға тырышты.
Бәләбәй ҡалаһынан тренер Александр Семенов етәкселегендәге «Чемпион» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре юғары әҙерлек кимәлен һәм көйлө уйын күрһәтте, был уларға көмөш лигала беренсе урын яуларға мөмкинлек бирҙе. Айырыуса йәш футболсы Марк Ткаченко айырылып торҙо, ул турнирҙың иң яҡшы уйынсыларының береһе тип танылды.
Тренеры Динар Никитин булған Приют ҡасабаһынан «Стимул» спорт мәктәбе командаһының һөҙөмтәләре лә шул уҡ дәрәжәлә һоҡланғыс булды. 2017 һәм 2018 йылдарҙа тыуған «Волчата» командаһы, өлгөргән һәм ышаныслы уйын күрһәтеп, беренсе урынды яуланы. 2015 һәм 2016 йылда тыуғандар командаһы икенсе урында.
Турнирҙың иң яҡшы уйынсылары араһында Игорь Гурихьян, Лев Александров, Аслан Хәлилов, Дмитрий Титов, Иҙел Ханнанов, Давид Федотов, Данияр Йосопов һәм Тимур Сәйетмәмәтов билдәләнәделәр. Уларҙың оҫталығы һәм еңеүгә ынтылышы турнирҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә сағыу өлгө булып торҙо.
Спорт мәктәптәре фотолары