

Фестиваль программаһы бай булды. Майҙансыҡтарҙа бокс, мас-рестлинг һәм рус жимы буйынса турнирҙар үтте. Актив ял итеүҙе өҫтөн күргәндәр өсөн батуттарҙа фитнес дәрестәре һәм тренерҙар етәкселегендә үҙ көсөн һынап ҡарарға мөмкин булған оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Тамаша өлөшөнән тыш, фестиваль практик бурысты ла үтәне. Ҡунаҡтар спорт мәктәбе тренерҙары менән аралашты, һорауҙар бирҙе һәм шунда уҡ баланы «Чемпион»дың спорт секцияларына яҙҙыра алды.
Спорт мәктәбе директоры Максим Кудряшов әйтеүенсә, сараның идеяһы йыл һайын үткәрелеүсе асыҡ ишектәр көнөн ҡала байрамы форматы менән алмаштырыу ҡарарынан барлыҡҡа килгән — команда яңы тәрбиәләнеүселәрҙе йәлеп итергә һәм бәләбәйҙәрҙе мәктәптең асыҡ мөхиттә эшләүе менән таныштырырға иҫәп тотҡан. Ул шулай уҡ фестивалде ойоштороуҙан ҡәнәғәт булыуын һәм «Спорт калейдоскобы» ҡала календарында йыл һайын үткәреләсәк ваҡиғаға әйләнер тип өмөтләнеүен билдәләне.
Автор фотолары