Спорт
6 Сентября , 08:00

Хыял майҙансығы

Бәләбәйҙең насар күргән уҡыусылар өсөн коррекция мәктәбендә яңы футбол майҙансығы асылды.

Хыял майҙансығыХыял майҙансығы
Хыял майҙансығы

XIX республика мәҙәни‑спорт фестивалендә ҡатнашыу һөҙөмтәләре буйынса коррекцион мәктәптең спорт командаһы, беренсе урын яулап, Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фондынан «Спорт һәр кемгә асыҡ» проекты сиктәрендә бүләккә спорт инвентары һәм ҡорамалдары һатып алыуға 100 000 һумлыҡ сертификаты алды.

Байрам уҡыусыларҙы, педагогтарҙы, ата-әсәләрҙе һәм абруйлы ҡунаҡтарҙы, шул иҫәптән ун өс тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталованы берләштерҙе.

Программала традицион йолалар, тантаналы телмәрҙәр, шулай уҡ уҡыусыларҙың ижади номерҙары булды.

Көндөң кульминацияһы булып ҡыҙыл таҫманы киҫеп, майҙансыҡты асыу булды, унан һуң балалар квест-уйын сиктәрендә «Һаулыҡ һәм спорт утраусыҡтары буйлап сәйәхәт» майҙансығын һынап ҡараны. Тантана командаларға иҫтәлекле бүләктәр һәм футбол туптары тапшырыу менән тамамланды.

Фотолар мәктәптән

Хыял майҙансығы
Хыял майҙансығы
Хыял майҙансығы
Хыял майҙансығы
Хыял майҙансығы
Хыял майҙансығы
Хыял майҙансығы
Хыял майҙансығы
Хыял майҙансығы
Автор:Регина Иванова
Читайте нас