Спорт
7 Сентября , 14:00

Башҡортостанда Спорт көрәше буйынса спартакиада башлана

Рәсәй халыҡтары спартакиадаһының спорт көрәше буйынса ярыштары иртәгә, 8 сентябрҙә, башлана.

Башҡортостанда Спорт көрәше буйынса спартакиада башланаБашҡортостанда Спорт көрәше буйынса спартакиада башлана
Башҡортостанда Спорт көрәше буйынса спартакиада башлана

Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә барлыҡ ауырлыҡ үлсәмдәре буйынса алыштар башлана. Ошо уҡ көндөң кисендә ярымфинал алыштары үткәрелә.

9 сентябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында алдан һәм грек-рим көрәше буйынса яуҙар ойошторола. 16 сәғәттә – ҡатын-ҡыҙҙар араһында ярымфинал, 15 сәғәт 30 минутта финал ярыштары башлана. Ошо уҡ көндә 15 сәғәт 30 минутта сараны тантаналы асыу уҙғарыла. 16.00 сәғәттә – гүзәл зат вәкилдәре араһында ярымфинал, 17 сәғәт 30 минутта спорттың ошо төрө буйынса финал һәм еңеүселәрҙе ҡотлау башлана.

10 сентябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар араһында ирекле көрәш буйынса ярыштар була. 11 сентябрҙә был спорт төрө буйынса финал һәм еңеүселәрҙе ҡотлау үткәрелә.

Сығанаҡ: БР Спорт министрлығы.

Автор:
Читайте нас