Спорт
28 Сентября , 09:00

Тиҙерәк, татыуыраҡ, бергәләп

Уҙған шәмбелә Бәләбәй илдең иң ҙур спорт байрамдарының береһен – «Милләт кросы» Бөтә Рәсәй йүгереү көнөн ҡаршы алды. Бөтә ил буйынса йөҙҙәрсә мең рәсәйле старт һыҙығына сыҡты, һәм беҙҙең район был ҙур ваҡиғаның бер өлөшө булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тиҙерәк, татыуыраҡ, бергәләпТиҙерәк, татыуыраҡ, бергәләп
Тиҙерәк, татыуыраҡ, бергәләп

«Милләт кросы»  Рәсәйҙә 2004 йылдан алып үткәрелә һәм хаҡлы рәүештә иң ҙур еңел атлетика сараларының береһе тип һанала. 26 сентябрь иртәһе йылы һәм аяҙ булды, көн торошо йүгереү өсөн бик яҡшы ине. Бәләбәйҙә еңел атлетика старттарын уҙғарыу урыны булған Сәләмәтлек һуҡмағына балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренән алып оло йәштәге кешеләргә тиклем 388 кеше йыйылды.

Старт алдынан ҡатнашыусыларҙы Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Татьяна Зубова, ветерандар советы рәйесе Александр Буйлов, Социаль үҫеш идаралығының физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Рәмил Насыров сәләмләнеләр. Улар көндәлек тормошта спорттың әһәмиәтен билдәләне һәм бәләбәйҙәргә күмәкләп килгәндәре һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыштары өсөн рәхмәт әйтте.

Ярыштар бер нисә дистанцияла үтте, уларҙың һәр береһе үҙ йәш категорияларын берләштерҙе. Сәләмәтлек һуҡмағының ситендә ҡатнашыусыларҙы көйәрмәндәр, дуҫтары, уҡытыусылары, тренерҙары, туғандары көтҡп торҙо: уларҙың ярҙамы йүгереүселәргә маршрутта көс өҫтәне.

6-7 йәшлек балалар араһында 500 метрлыҡ иң ҡыҫҡа дистанцияла Иван Смольников һәм Полина Умбетова иң яҡшылар булды. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн айырым төркөмдә беренсе булып Айгөл Миңлеғәлимова һәм Эдуард Михайлов финишҡа килделәр, ә «Фитнес 60+» йәш төркөмөндә Гөлсирә Вафинаға тиңдәр булманы.

1000 метрлыҡ дистанцияла төрлө йәш категорияларында Анатолий Григорьев, Злата Михеева, Мөхәммәт Байков, Сабрина Ғәйфуллина һәм Людмила Владимирова еңеү яуланылар.

12-13 йәшлек балалар араһында 1500 метрҙа беренселекте Арсен Әйүпов һәм Азалия Әфләтунова һаҡлап ҡалды.

2000 метрлыҡ дистанцияны үҙ йәш төркөмдәрендә Роман Солтанов, Злата Шайморатова, Анастасия Сафонова, Светлана Фазылова, Олег Щукин һәм Игорь Федоров яуланылар.

Иң оҙон дистанцияла – 3000 метрҙа – 16-39 йәшлек ир-егеттәр араһында-Роман Смирнов, ә 30-39 йәшлектәр төркөмдә Тимур Шайморатов иң етеҙҙәр булып сыҡтылар.

Бөтә еңеүселәр һәм призерҙар Социаль үҫеш идаралығынан грамоталар һәм миҙалдар алды.

Район күләмендә

Йүгереү байрамы Бәләбәй менән генә сикләнмәне: райондың башҡа биләмәләрендә ла ошондай уҡ ярыштар үтте.

Приют ҡасабаһында 154 кеше стартҡа сыҡты. Үҙ дистанцияларында һәм йәш категорияларында еңеүселәр араһында – Марк Нәбиев, Эльза Ғәлимова, Әйшә Ғәлиева, Имран Клеблеев, Александра Камская, Мадияр Клеблеев, Сагдана Сәйетгәрәева, Александр Макаров, Арина Голобородко, Кирилл Гурьянов, Рузанна Буласова, Егор Логинов, Анита Борисова, Рөстәм Әхмәтшин, Николай Митряшкин, шулай уҡ Валентина Закирова, Светлана Варламова, Александр Долидовский, Геннадий Данилов һәм Кафия Шәмсетдинова.

Иҫке Семенкин ауылында йүгереүҙә 30 кеше ҡатнашҡан. Татьяна Савельева, Ирина Борисова, Лидия Ермолаева һәм Арсений Лебедев еңеүсе булғандар.

Фотолар физкультура һәм спорт бүлегенән

 

Тиҙерәк, татыуыраҡ, бергәләп
Тиҙерәк, татыуыраҡ, бергәләп
Тиҙерәк, татыуыраҡ, бергәләп
Тиҙерәк, татыуыраҡ, бергәләп
Тиҙерәк, татыуыраҡ, бергәләп
Тиҙерәк, татыуыраҡ, бергәләп
Тиҙерәк, татыуыраҡ, бергәләп
Тиҙерәк, татыуыраҡ, бергәләп
Автор:Регина Иванова
Читайте нас