

3 октябрҙән 4-нә тиклем Туймазыла футбол буйынса «Спартак кубогы» балалар-үҫмерҙәр турниры үтте. Ярыштарҙа Өфөнән, Шишмә, Баулы, Минзәлә, Собханғол, Серафимовка, Туймазы һәм Бәләбәйҙән 12 команда ҡатнашты.
Бәләбәйҙең «Чемпион» мәктәбенең 2012-2013 йылғы тәрбиәләнеүселәре бөтә матчтарҙы ла ышаныслы үтә, команда уйынын күрһәтә һәм беренсе урын яулай. Ә Артем Волков ул ярыштарҙың иң яҡшы уйынсыларының береһе тип таныла.
Спортсылар футбол буйынса тренер-уҡытыусы Александр Семенов етәкселегендә күнекмәләр үтә.
Фотолар «Чемпион» мәктәбенән