Бөтә яңылыҡтар
Террорға ҡаршы
16 Май 2023, 10:08

Милләт-ара һәм конфессия-ара низағтарҙы булдырмау мөһим

Башҡортостандың терроризмға ҡаршы комиссияһы ултырышында халыҡ менән мәғлүмәт эшен көсәйтеү мәсьәләләре тикшерелде.

Милләт-ара һәм конфессия-ара низағтарҙы булдырмау мөһим
Милләт-ара һәм конфессия-ара низағтарҙы булдырмау мөһим

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров терроризмға ҡаршы төбәк комиссияһының сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Көн тәртибендә төбәктә хоҡуҡи тәртипте һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә йоғонто яһаған социаль-иҡтисади шарттарҙы күҙәтеү, шулай уҡ Башҡортостанға килгән Донбасс, Запорожье һәм Херсон өлкәләре халҡы менән мәғлүмәти эш алып барыу кеүек мәсьәләләр ҡаралды.

– Идеология, мәғлүмәт фронты - бөгөн иң мөһимдәрҙең береһе. Ҡаршы тороусылар үҙҙәренең пропагандаһын алып барыу, ялған, дошмандарса мәғлүмәт таратыу өсөн теләһә ниндәй саралар ҡуллана, бигерәк тә йәштәр араһында. Хәүефтәрҙе асыҡлау, иҫкәртеү йәһәтенән уйланылған ҡарарҙар ҡабул итеү, әүҙем эш итеү мөһим, — тине Радий Хәбиров.

Ултырышта ҡатнашыусылар 2023 йылға берҙәм эштең төп бурыстарын ҡараны. Улар араһында – социаль һәм инфраструктура объекттарын террористик хәүефтән һаҡлауҙы даими анализлау, терроризм идеологияһына ҡаршы тороу, милләт-ара һәм конфессия-ара низағтарҙы булдырмау һәм иҫкәртеү, йәштәр араһында әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыу.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: glavarb.ru

 

Автор:
Читайте нас: