Бөтә яңылыҡтар
Террорға ҡаршы
31 Май 2023, 11:20

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыу тыйылды

Башҡортостан биләмәһендә пилотһыҙ аппараттар менән файҙаланыу туҡтатылды.

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыу тыйылды
Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыу тыйылды

Был хаҡта 30 майҙа «Рәсәй» медиаүҙәгендә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә арналған брифингта Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов белдерҙе. Бөгөн пилотһыҙ осҡостарҙың Мәскәүгә һәм Мәскәү өлкәһенә һөжүменә бәйле көнүҙәк һорау бирелде: «Башҡортостан күге нисек һаҡланған? Дрондың осоп килгәнен күрһәң, үҙеңде нисек тоторға?»

«Килеп тыуған хәлдән сығып, Башҡортостан Башлығы указы менән республика биләмәһендә барлыҡ БПЛА-ҙы туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Пилотһыҙ аппараттарҙы ҡулланырға рөхсәт биреү мәсьәләһен бары тик махсус эш комиссияһы ғына ҡарай. Беҙ комиссия, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән предприятиеларҙан һәм ойошмаларҙан килгән һәр заявканы тикшерәбеҙ. Тәртипһеҙ осоштар шунда уҡ туҡтатыласаҡ, ғәйеплеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ , - тип белдерҙе Ирек Сәғитов. - Шикле нәмәләр күрһәгеҙ, 112-гә йәки полицияға хәбәр итергә кәрәк».

Автор:
Читайте нас: