Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Террорға ҡаршы
7 Февраль , 18:50

Үҫмерҙәр Рәсәй империяһы флагын яндырған һәм ҡулға алынған

Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен таныған

Үҫмерҙәр Рәсәй империяһы флагын яндырған һәм ҡулға алынған
Үҫмерҙәр Рәсәй империяһы флагын яндырған һәм ҡулға алынған

Башҡортостанда йәшәгән ике кеше экстремистик ойошмала ҡатнашҡаны өсөн һаҡ аҫтына алынған. Рәсәй Тәфтиш комитетының БР буйынса тәфтиш идаралығының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса беренсе бүлеге Өфө колледждарының береһендә уҡыған 16 һәм 17 йәшлек ике студентты ғәйепләй.

Рәсәй Тәфтиш комитетының БР буйынса Тәфтиш идаралығының һәм Федераль именлек хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ғинуар башында ике ғәйепләнеүсе эшмәкәрлеге 2024 йылдың июнендә РФ Юғары суды ҡарары менән тыйылған Рәсәйҙең күп милләтле берҙәмлеген һәм территориаль бөтөнлөгөн емереүгә йүнәлтелгән экстремистик ойошма мәнфәғәтендә эш иткән. Бөрйән районына ингән саҡта ҡуйылған стела янында улар 1858 йылғы Рәсәй империяһының флагын яндырған һәм үҙҙәренең ҡылығын видеоға төшөргән.

Тәфтиш комитеты тәфтишселәре һәм республика Федераль именлек хеҙмәте оперативниктары фигуранттарҙың шәхесен асыҡланы.

Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен таныны. Бынан тыш, тикшереү барышында уларҙың Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы йорттарҙың алғы яғына аэрозоль баллоны менән милләтселек йөкмәткеле яҙыуҙарын төшөрөүгә ҡағылышы булыуы асыҡланды. Улар билдәһеҙ кешенең интернетта 60 мең һум аҡсалата бүләк алған өсөн тәҡдимен ҡабул итте. Был факт буйынса сәйәси һәм милли мотивтар буйынса ҡылынған вандализм тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ул флаг тураһындағы эшкә ҡушыласаҡ.

“Видеоролик һәм фотоһүрәттәрҙе Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Рәсәйгә ҡаршы мәғлүмәти акциялар уҙғарыу өсөн Р. Ғәббәсов* һәм Рәсәй биләмәһендә тыйылған ойошма тип танылған Ирекле милләттәр лигаһы** ҡулланған”, - тип хәбәр иттеләр Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында.

Йәштәрҙе Тәфтиш изоляторына ебәргәндәр. Хоҡуҡ һаҡлаусылар иҫбатлау базаһы йыйыуҙы дауам итә, республика территорияһында экстремистик эшмәкәрлекте ойоштороуға ҡыҫылышы булған башҡа кешеләрҙе асыҡлай.

Фото: УФСБ.

Сығанаҡ: "Башинформ". 

*Экстремистик эшмәкәрлектә йәки терроризмда ҡатнашлығы хаҡында мәғлүмәттәре булған ойошмалар һәм физик берәмектәр исемлегенә индерелгән. Финанс мониторингы буйынса федераль хеҙмәт, Рәсәй Юстиция министрлығы сит ил физик берәмектәре иҫәбенә индерелгән.

**РФ Генераль Прокуратураһының 24.04.2023 йылғы ҡарары.

 

Үҫмерҙәр Рәсәй империяһы флагын яндырған һәм ҡулға алынған
Үҫмерҙәр Рәсәй империяһы флагын яндырған һәм ҡулға алынған
Үҫмерҙәр Рәсәй империяһы флагын яндырған һәм ҡулға алынған
Үҫмерҙәр Рәсәй империяһы флагын яндырған һәм ҡулға алынған
Үҫмерҙәр Рәсәй империяһы флагын яндырған һәм ҡулға алынған
Автор:
Читайте нас: