Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө алдынан мәктәп уҡыусылары аныҡ миҫалда боевиктарҙың аяуһыҙлығы хаҡында белде. Шул көндәрҙең ҡот осҡос ваҡиғалары тураһында документаль фильм ҡараны. Терроризмға ҡаршы көрәштә үҙ ғүмерен аямаған һәр кемде бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Китапханасы тамашасыларға илебеҙҙә быуаттар буйына төрлө конфессия һәм милләт кешеләренең татыу йәшәүе тураһында иҫкә төшөрҙө: «Беҙ берҙәм дәүләт, берҙәм йәмғиәт, берҙәм халыҡ һәм беҙ бергә булғанда ғына көслө. Ватан именлеге өсөн көрәштә беҙ берләшергә һәм был фажиғәнең ҡабатланыуына юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ! Бергәләп кенә террорға ҡаршы тора алабыҙ!».
Китапханасы Евгения Ғәләүетдинова