

Уҡытыу-тәрбиә процесының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – мәғариф системаһы өсөн өҫтөнлөклө бурыс. Мәғариф идаралығының ОБЖ бүлеге начальнигы Нәзим Ҡадиров билдәләүенсә, 1 сентябргә әҙерлек планлы бара, ә террорға ҡаршы яҡлау мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелә.
Күнекмәләрҙе үткәреүгә бик етди ҡарайҙар. Персоналдың эшмәкәрлеген баһалау өсөн террорға ҡаршы комиссия, район хакимиәтенең граждандарҙы яҡлау секторы вәкилдәре, Эске эштәр минситрлығы һәм Росгвардия, 43-сө янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре саҡырылған.
Күрһәтмә күнекмәләр барышында ысын хәүефкә мөмкин тиклем яҡын булған өс сценарий эшләнә:
Ойоштороусылар хәбәр итеү системаларының нисек эшләүен, персоналдың етеҙ һәм ашығыс хеҙмәттәр менән үҙ-ара эш итеү сифатын тикшерҙе. Колледждың педагогик составы, тикшереүселәрҙән етди иҫкәрмәләр алмайынса, инструкцияларҙы теүәл үтәүҙәрен күрһәтте.
«БДТК – райондың иң ҙур уҡыу йорттарының береһе, шуға күрә беҙ уны күрһәтмә күнекмәләр өсөн майҙансыҡ итеп һайланыҡ. Уҡытыусылар һәм етәкселек ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итеү тәртибен автоматлаштырылғанға тиклем белергә тейеш. Бындай күнекмәләр коллективтың әҙерлеге тураһында тулы мәғлүмәт бирә һәм ауыр хәлдә ғүмерҙәрҙе ҡотҡара алған кәрәкле күнекмәләрҙе формалаштырырға ярҙам итә», – тип йомғаҡ яһаны Нәзим Ҡадиров.
Сара йомғаҡтары буйынса эксперттар хәүефһеҙлек системаһын артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр бирҙе, бындай күнекмәләр райондың бөтә мәктәптәрендә лә имен һәм һаҡланыулы уҡыу процесының нигеҙе буласаҡ, тип билдәләне.
Елена Петрова фотолары