Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Апрель 2022, 11:00

Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы иғлан ителде

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022-2031 йылдарҙы Рәсәйҙә фән һәм технологияларҙың ун йыллығы тип иғлан итте, тиелә ҡул ҡуйылған указда.

Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы иғлан ителде
Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы иғлан ителде

Был ҡарар «йәмғиәтте һәм илде үҫтереүҙең мөһим бурыстарын хәл итеүҙә фән һәм технологияларҙың ролен көсәйтеү маҡсатында» ҡабул ителде.

Указға ярашлы, ун йыллыҡтың төп бурыстары:

- талантлы йәштәрҙе тикшеренеүҙәргә йәлеп итеү;

- тикшеренеүселәрҙе һәм уйлап табыусыларҙы «йәмғиәтте һәм илде үҫтереүҙең мөһим бурыстарын» хәл итеүгә ылыҡтырыуға ярҙам күрһәтеү;

- Рәсәй халҡы өсөн технологик өлкәләге ҡаҙаныштар тураһында мәғлүмәт алыу мөмкинлеген арттырыу.

Координация комитеты рәйестәштәре итеп президент ярҙамсыһы Андрей Фурсенко һәм хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко тәғәйенләнде.

 

Автор:
Читайте нас: