Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Апрель 2022, 17:00

Башҡортостанда юғары әҙерлек режимы индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо менән республикала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль ярҙамсы системаһының идара итеү органдары һәм көстәре өсөн юғары әҙерлек режимы индерелде.

Башҡортостанда юғары әҙерлек режимы индерелде
Башҡортостанда юғары әҙерлек режимы индерелде

Документ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Республиканың башҡарма власть органдарына һәм муниципалитет хакимиәттәренә республикаға килгән граждандарҙы урынлаштырыу, уларҙы кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү эшен ойоштороу бурысы йөкмәтелде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Радий Хәбиров һәм республика ведомстволары етәкселәре Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан күскенселәрҙе ваҡытлыса урынлаштырыу шарттары менән танышты. Һуңынан республика ҡунаҡтарына тейешле ярҙам күрһәтеү тураһында күрһәтмәләр бирелде.

Башинформ

Автор:
Читайте нас: