Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Май 2022, 17:00

Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында бәйләнештәр нығый

Республиканың рәсми делгацияһы эш сәфәре менән Үзбәкстанда булды.

Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында бәйләнештәр нығый
Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында бәйләнештәр нығый

Эшлекле осрашыуҙар барышында машиналар эшләү,  ауыл хужалығы тармағында хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәр ҡаралды, Ташкентта офис асылды. Ике республика мәҙәниәт, мәғариф һәм туризм өлкәләрендә лә  хеҙмәттәшлек итеү хаҡында килеште. «Бөгөн Көнсығыш һәм Азия менән бәйләнеш булдырырға кәрәк. Башҡортостандың мөмкинлектәре ҙур. Ул элекке союздаш республикалар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә ала», тигән фекерҙә иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов.

Үзбәкстанда 30 мең самаһы милләттәшебеҙ йәшәй. Унда башҡорттарҙың йәмәғәт ойошмаһы булдырылған, шулай уҡ башҡорт ҡоролтайы эшләй.

Автор:
Читайте нас: