Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Май 2022, 13:00

Гранттарға ғаризалар 30 майға тиклем ҡабул ителә

Башҡортостан Башлығы гранттарын алыуға конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 30 майға тиклем ҡабул ителә.

Гранттарға ғаризалар 30 майға тиклем ҡабул ителә
Гранттарға ғаризалар 30 майға тиклем ҡабул ителә

Дәүләт ярҙамы республика халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға күрһәтелә. Конкурсты финанслау өсөн 50 млн һум ҡаралған. Һәр проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн иң күбе 3 млн һум аҡса бирелә. Республика Башлығы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев әйтеүенсә, быйыл гранттар Башҡортостанда әҙерләнгән проекттарға ғына бирелә. Ғаризаларҙы грантыглавы.рф  электрон порталында тапшырырға мөмкин.

 

Автор:
Читайте нас: