Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Май 2022, 15:00

Муниципалитеттар башлыҡтары йыйылып кәңәшләште

Кисә Мәсетле районындағы «Ҡарағай» шифаханаһы базаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм башҡарма власть органдары етәкселәре ҡатнашлығында республиканың муниципалитеттар  башлыҡтарының семинары булды.

Муниципалитеттар башлыҡтары йыйылып кәңәшләште
Муниципалитеттар башлыҡтары йыйылып кәңәшләште

Радий Фәрит улы үҙенең сығышында бөгөнгө шарттарҙа иҡтисад һәм социаль өлкәне үҫтереүҙәге төп мәсьәләләрҙе билдәләне. «Бергәләшеп коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштек. Украиналағы махсус операцияла Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә, ауырлыҡ кисергән Донбасс кешеләренә ярҙам итәбеҙ. Әлеге көндә республика халҡының имен, яҡшы тормошо беҙҙең ниндәй нәтижәле ҡарарҙар ҡабул итеүебеҙҙән тора. Санкциялар шарттарында иҡтисадты, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, инвесторҙар йәлеп итеү, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡ менән уртаҡ тел табыу зарур», – тине ул.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың төрлө тармаҡтарҙағы үҫеше, муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади хәле тураһында хәбәр итте.

Семинарҙа шулай уҡ ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү, мәктәптә белем биреү системаһын яңыртыу, юлдарҙы төҙөкләндереү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эш итеү, социаль коммуникацияларҙы үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:
Читайте нас: