Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Июнь 2022, 16:35

Башҡортостан менән Донбасс араһында дуҫлыҡ нығый

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Луганск Халыҡ Республикаһы Башлығы Леонид Пасечник ике аралағы хеҙмәттәшлеккә арналған кәңәшмә үткәргәйне.

Башҡортостан менән Донбасс араһында дуҫлыҡ нығый
Башҡортостан менән Донбасс араһында дуҫлыҡ нығый

Леонид Пасечник идара итеү командаһына һәм Башҡортостанда йәшәүселәргә зыян күргән биләмәләрҙе тергеҙеүҙә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдергән. Луганск Халыҡ Республикаһының Штеревка ауылында, 1943 йылда генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған урындан йыраҡ түгел, легендар командирыбыҙға бюст асыуҙа ла ҡатнашты беҙҙең Башлыҡ.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Донбасстан ниндәй фекерҙәр менән ҡайтыуы хаҡында яҙҙы.

«Республиканың рәсми делегацияһы Донбасстан ҡайтты. Әлегә Донбасстың яраланған иҡтисадынан яңы проекттар менән ҡайтабыҙ. Әммә ул тергеҙелер һәм беҙ ышаныслы партнерҙар менән эшләрбеҙ, тип ышанам. Һәм тағы Донбасс кешеләренән Башҡортостанда йәшәүселәргә ауыр минуттарҙа ярҙамһыҙ ҡалдырмағандары өсөн рәхмәт һүҙҙәре менән ҡайтабыҙ. Республикалар дуҫлығына һәм хеҙмәттәшлектең ҙур потенциалына ышанам»,  – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Фотолар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Башҡортостан менән Донбасс араһында дуҫлыҡ нығый
Башҡортостан менән Донбасс араһында дуҫлыҡ нығый
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: