Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Июль 2022, 15:00

Доставалов исемендәге башҡорт батальонына нисек эләгергә

Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы Геройы Александр Доставалов исемендәге икенсе башҡорт мотоуҡсылар батальонына ирекмәндәр йыйыу башланды. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, уны ойоштороу башланғысы менән ветеран десантсылар сығыш яһағайны.

Доставалов исемендәге башҡорт батальонына нисек эләгергә
Доставалов исемендәге башҡорт батальонына нисек эләгергә

Бының өсөн тәүҙә йәшәгән йәки теркәлгән урын буйынса хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ғаризалар ҡабул ителә башлаған да инде. Шарттар буйынса, батальонға хәрби тәжрибәһе булған йәки хеҙмәт иткәндән һуң запасҡа сыҡҡан, хөкөмгә тарттырылмаған, һаулығы, физик әҙерлеге яҡшы, психологик яҡтан тотороҡло 50 йәшкәсә ир-егеттәр саҡырыла. Һайлап алынған хәрбиҙәр менән Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөлә. Ирекмәндәргә түләүҙәр һәм льготалар ҡаралған. Федераль түләүҙәрҙән тыш, республика уларға контрактҡа ҡул ҡуйғанда 200 000 һум һәм тәүлегенә 2000 һум түләй.

Алтынсы июлдә Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе башҡорт батальонын оҙатыу тантанаһы үтте. Әле яугирҙәр Ырымбур өлкәһендә, аҙаҡ махсус хәрби операция зонаһына юллана.

Башинформ

 

Автор:
Читайте нас: