Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Июль 2022, 11:00

Өфөгә Абхазия президенты Аслан Бжания килде

Өфөгә эш сәфәре менән Абхазия Республикаһы президенты Аслан Бжания килде. Ҙур ҡунаҡты аэропортта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.

Өфөгә Абхазия президенты Аслан Бжания килде
Өфөгә Абхазия президенты Аслан Бжания килде

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, абхаз делегацияһы республикала өс көн була, зур эш көтөлә. Хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса ике яҡлы һөйләшеү көтөлә, социаль-иҡтисади һәм туристик мөмкинлектәрҙең презентацияһы ниәтләнә. Абхазия делегацияһы Өфөнөң сәнәғәт предприятиеларында буласаҡ.  

Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: