Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Июль 2022, 13:00

Хыянатсылар ниндәй яза алыр?

Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби хәрәкәттәр шарттарында дошман яғына сығыуҙы дәүләткә хыянат итеүгә тиңләштереү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Хыянатсылар ниндәй яза алыр?
Хыянатсылар ниндәй яза алыр?

Дошман яғына күсеү мәғәнәһе аҫтында  туранан-тура Рәсәй Федерацияһына ҡаршы тороусы сит дәүләт көстәре (ғәскәрҙәре), Халыҡ-ара йәки сит ил ойошмаһы составында ҡораллы конфликтта, хәрби хәрәкәттәрҙә йәки ҡорал һәм хәрби техника ҡулланып бүтән хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуы күҙ уңында тотола.

Дошман яғына күскән өсөн максималь яза 20 йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Шундай уҡ яуаплылыҡ сит ил дәүләтенә, Халыҡ-ара йәки сит ил ойошмаһына финанс, матди-техник, консультация йәки башҡа ярҙам күрһәткән өсөн, йәиһә уларҙың вәкилдәренә Рәсәй хәүефһеҙлегенә йүнәлтелгән эшсәнлек өсөн ҡаралған.

Автор:
Читайте нас: