Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Ғинуар 2023, 16:00

Башҡортостанда Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса мөһим эштәр башлана

13 ғинуарҙа Республика Башлығы Радий Хәбировтың Владимир Путин менән осрашыуында ҙур проекттар буйынса фекер алышыу булғайны.

Башҡортостанда Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса мөһим эштәр башлана
Башҡортостанда Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса мөһим эштәр башлана

Хөкүмәттән хәбәр итеүҙәренсә, федераль чиновниктар дәүләт башлығы ҡушҡан бурыстарҙы үтәй башлаған. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә 30 ғинуарға тиклем «Ағиҙел» йылға порты махсус иҡтисади зонаһын булдырыу буйынса заявка әҙерләнә. Вице-премьер Татьяна Голикова ҡарарына ярашлы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Өфөлә Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең яңы бинаһын төҙөү буйынса проект тәҡдим итергә тейеш. Бынан тыш, Өфө циркын реконструкциялау һәм баш ҡаланың көньяҡтан урау юлын һалыу өсөн федераль үҙәктән финанс ярҙамы көтөлә.

Автор:
Читайте нас: