Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Ғинуар 2023, 16:00

Рәсәйҙә Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивале булырмы?

Кисә студенттар менән осрашыуҙа Рәсәй президенты Владимир Путин, Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты студенты Дарья Семенованың һорауына яуап биреп, Рәсәйҙә йәнә Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивален үткәреү тәҡдимен хупланы, тип хәбәр итә ТАСС.

Рәсәйҙә Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивале булырмы?
Рәсәйҙә Бөтә донъя студенттар һәм йәштәр фестивале булырмы?

Был идеяны хәҙерге шарттарҙа тормошҡа ашырыу еңел түгел, әммә идея дөрөҫ, тип иҫәпләй президент. Бындай ваҡиғалар бик мөһим, сөнки кешеләрҙе берләштерә, ләкин ниәтте бойомға ашырыу өсөн «тейешле халыҡ-ара структуралар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр төҙөргә һәм федераль үҙәктең мөмкинлектәрен йәлеп итергә» кәрәк, тип билдәләне дәүләт башлығы.

Президент һүҙҙәренсә, 2017 йылда Рәсәйҙә, 2014 йылда Ҡырымда булған ваҡиғаларға ҡарамаҫтан, бындай фестиваль уңышлы үтте. Ул фестивалдә ирекмән булырға теләгән ҡыҙға идеяһы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уны сараны ойоштороуға йәлеп итергә вәғәҙәләне.

Башинформ

 

Автор:
Читайте нас: