Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Февраль 2023, 14:00

Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ҡаҙаныштарын дәүләт наградалары менән билдәләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. «Башинформ»ға билдәле булыуынса, бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар.

Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ҡаҙаныштарын дәүләт наградалары менән билдәләне
Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ҡаҙаныштарын дәүләт наградалары менән билдәләне

Хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Әлфит Ниғмәтйәнов әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының миҙалына лайыҡ булды.

«Горшкова» тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры Тәнзилә Иҙрисоваға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Өфөнөң төбәк эҙләү-ҡотҡарыу базаһы директоры Игорь Черепанов ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы» исемен алды.

Башҡортостандың «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсинға һәм «АС-Проект» проект институты яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Гүзәл Яубаҫароваға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Автор:
Читайте нас: