Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
21 Февраль 2023, 18:00

Рәсәй иҡтисады Көнбайыш күҙаллағанға ҡарағанда күпкә ныҡлыраҡ

Граждандарҙы яҡланыҡ, эш урындарын һаҡлап ҡалдыҡ, баҙарҙа дефицитҡа, шул иҫәптән тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙарына, юл ҡуйманыҡ, тине Президент.

Рәсәй иҡтисады Көнбайыш күҙаллағанға ҡарағанда күпкә ныҡлыраҡ
Рәсәй иҡтисады Көнбайыш күҙаллағанға ҡарағанда күпкә ныҡлыраҡ

Бөгөнгө Федераль Йыйылышҡа Мөрөжәғәтнамәһе барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙ иҡтисады темаһына ҙур иғтибар бүлде.

– Рәсәй иҡтисады һәм идара итеү системалары Көнбайыш күҙаллағанға ҡарағанда күпкә ныҡлыраҡ булып сыҡты, - тине Владимир Путин. - Хөкүмәт, парламент, Рәсәй банкы, РФ субъекттары һәм, әлбиттә, эшлекле берләшмә вәкилдәренең, хеҙмәт коллективтарының берлектәге эше арҡаһында беҙ иҡтисади хәлдең тотороҡлолоғон тәьмин иттек. Граждандарҙы яҡланыҡ, эш урындарын һаҡлап ҡалдыҡ, баҙарҙа дефицитҡа, шул иҫәптән тәүге кәрәк-яраҡ тауарҙарына, юл ҡуйманыҡ, үҙ эшен үҫтереүгә аҡса һалған финанс системаһына, эшҡыуарҙарға ярҙам иттек, тимәк, – ил үҫешенә.

Илебеҙ иҡтисадының күп кенә гражданлыҡ тармаҡтары ҡыҫҡартылманы, ә киреһенсә етештереү күләме арттырылды, тине Президент. Тәүге тапҡыр торлаҡты сафҡа индереү күләме 100 миллион квадрат метрҙан артты. Илдә эшһеҙлек кимәле тарихи минимумға – 3,7 процентҡа етте.  

– 10 йыл дауамында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ программаһына 4,5 триллион һум инвестицияланасаҡ. Был өлкәнең граждандар өсөн ни тиклем мөһим булыуын беләбеҙ. Программаның тиҙ арала ҡеүәтле старт алыуы мөһим, - тине Владимир Путин.

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-104965500_211487

Фото: rg.ru

Автор:
Читайте нас: