Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Февраль 2023, 17:00

Ярҙам фонды булдырыла

Махсус операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләһенә һәм ветерандарға адреслы ярҙам фонды булдырыла.

Ярҙам фонды булдырыла
Ярҙам фонды булдырыла

Был хаҡта Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Фонд берҙәм тәҙрә принцибы буйынса эшләйәсәк. Быйыл уның бүлексәләре илдең бөтә төбәктәрендә лә асыла. Ветерандарға, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн махсус фонд булдырыу власть органдарынан да яуаплылыҡты алмай, тине ил президенты.

Президент илдең Оборона-сәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус ҡуртымға биреү программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Улар өсөн ставка баҙарҙағына ҡарағанда күпкә түбәнерәк була, торлаҡ өсөн түләүҙең байтаҡ өлөшөн дәүләт үҙ өҫтөнә ала.

Автор:
Читайте нас: