Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Февраль 2023, 16:00

Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь илдәре форумына әҙерлек бара

Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында ҙур мәҙәни саралар уҙғарыу ниәтләнә.

Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь илдәре форумына әҙерлек бара
Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь илдәре форумына әҙерлек бара

Ойоштороу комитеты ултырышында абруйлы сара программаһы менән таныштырҙылар. 10-сы форум Өфөлә 26-28 июндә уҙа. Унда ике дәүләт башлыҡтары Владимир Путин һәм Александр Лукашенко ҡатнашыуы көтөлә. Мәҙәни программаға ярашлы, «Евразия йөрәгендә Славян баҙары» тигән халыҡ-ара сәнғәт фестивале, «Дуҫлыҡ урамы» этник мәҙәниәттәр байрамы, милли аш-һыу фестивале үтәсәк, халыҡ-ара профилле лагерь, рәссамдар өсөн пленэр, мода күрһәтеү, шулай уҡ «Хәтер поезы» тигән патриотик мәҙәни-мәғариф проекты ойошторола. Бынан тыш, Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы, мәктәп спорты халыҡ-ара фестивален уҙғарыу ҡарала.

 

Автор:
Читайте нас: