Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Март 2023, 15:00

Махсус паспортлы буласаҡтар

Рәсәй Президенты Владимир Путин видеобәйләнеш аша Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумков менән һөйләшкән. Губернатор Президентҡа СВО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә махсус булдырылған социаль паспорт тураһында мәғлүмәт биргән.

Махсус паспортлы буласаҡтар
Махсус паспортлы буласаҡтар

Владимир Путин был идеяны хупланы. Хәҙер шундай документ бөтә ил буйынса эшләнәсәк.

Социаль паспорт – яугир ғаиләһенең социаль портреты тиергә лә була, ул шунан ғибәрәт: паспортта мобилизация буйынса китеүселәрҙең ғаиләләренә ниндәй ярҙам кәрәк, барыһы ла күрһәтелә, матди ярҙамдан алып, ремонтҡа тиклем.

– Идея бик яҡшы, уны илгә таратырға кәрәк, – тине Президент. Тимәк, тиҙҙән бөтә Рәсәйҙә ошо проект ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ.

Автор:
Читайте нас: