Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Март 2023, 14:00

Иран менән аралар нығытыласаҡ

13 мартта Тегеранда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Ирандың сәнәғәт, шахта һәм сауҙа министры урынбаҫары Мөхәммәд Мусави һәм Ирандың Меркези провинцияһы губернаторы Фәрзәд Мохлес Әл-Әэма журналистар менән әңгәмәлә төбәк делегацияһының Иран Ислам Республикаһына ике көнлөк сәфәренә йомғаҡ яһанылар.

Иран менән аралар нығытыласаҡ
Иран менән аралар нығытыласаҡ

Хәбәрселәр Радий Фәрит улынан Иран менән Башҡортостандың бөгөнгө мөнәсәбәттәре һәм киләсәктә уларҙы нисек күреүе тураһында һораны.

– Иран Ислам Республикаһы менән Рәсәй Федерацияһы мөнәсәбәттәре, Башҡортостан менән Иран хеҙмәттәшлеге кеүек үк, күптәнге тарихҡа эйә. Хәҙер беҙгә үҙ-ара мөнәсәбәтте нығытырға һәм әүҙемләштерергә кәрәк. Бының өсөн тейешле бөтә шарттар бар. Беҙ Ирандың һуңғы йылдарҙа нисек үҫешеүен, технологиялар, сәнәғәт, ауыл хужалығында ниндәй уңышлы аҙымдар яһауын күрәбеҙ һәм ихтирам менән ҡарайбыҙ. Башҡортостан һәм Иран иҡтисадының төҙөлөшөндә күп оҡшашлыҡ күҙәтелә. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙҙең хеҙмәттәшлекте тулыландыра алырлыҡ күп кенә үҫеш йүнәлештәре бар, – тине ул.

– Башҡортостан Республикаһына Иран инвестицияларын йәлеп итеү программаһы бармы? – тип һоранылар унан.

– Беҙ бында ни бары ике көн эшләйбеҙ, әммә бер нисә килешеү төҙөп өлгөрҙөк һәм ҡул ҡуйыуға етди документтар пакетын әҙерләнек. Иран Хөкүмәтенән коллегаларыбыҙ менән бергәләп юл картаһын әҙерләргә хәл иттек. Уға бөтә килешеүҙәрҙе лә индерәсәкбеҙ һәм уларҙы этаплап бойомға ашырасаҡбыҙ. Тегеранда үтәсәк Iran Oil Show күргәҙмәһендә Башҡортостан яғы ҡатнашасаҡ. Иран эшҡыуарҙары Өфөгә «Газ. Нефть. Технологиялар» халыҡ-ара күргәҙмәһенә киләсәк. Ә көҙ көнө Башҡортостанда Иран Ислам Республикаһы көндәрен үткәрәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Мусави әфәнде үҙе өсөн перспективалы йүнәлештәрҙе билдәләне. Унан Башҡортостандың башҡа Рәсәй төбәктәренән нимәһе менән айырылыуы тураһында ла һоранылар.

– Белеүебеҙсә, Башҡортостанда һыу ресурстары күп. Был ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү йүнәлештәрен үҫтерергә ярҙам итәсәк. Башҡортостандан төрлө үҫемлек майҙары, бойҙай, кукуруз һатып алыу хаҡында һүҙ бара.

Шулай уҡ төбәгегеҙ нефть һәм газ сәнәғәтенә һәм технологияларына бай. Иҡтисадтың бөтә секторҙарында ла мөнәсәбәттәрҙең һөҙөмтәле үҫешенә ышанабыҙ.

Әйтеүемсә, оҙаҡламай сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәни алмашыу өлкәһендә юл картаһына ҡул ҡуйырбыҙ. Был йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтерәсәкбеҙ. Ә беҙҙең делегациялар был эште көйләйәсәк. Ошолай уҡ Белоруссия менән дә үҙ-ара килешеп эш итеүҙе яйға һалдыҡ, һәм беҙҙең тауар әйләнеше өс тапҡырға артты. Ошондай уҡ йүнәлештә Африка илдәре менән дә эшләйбеҙ.

Мәҙәниәт өлкәһендә лә ҙур эштәр башҡарырға кәрәк. Оҡшаш һүҙҙәрҙең күп булыуын беләбеҙ. Үҙенсәлекле тарихи ҡомартҡылар бар. Элегерәк беҙ күберәк Көнбайышҡа ҡарай инек, әммә хәҙер дуҫ илдәребеҙ һәм төбәктәребеҙ, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы менән киңерәк эш алып барасаҡбыҙ, – тине ул.

Ирандың Меркези провинцияһы губернаторы Фәрзәд Мохлес Әл-Әэма Башҡортостан менән үҙенең провинцияһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында һөйләне.

– Бер нисә йыл элек Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙыҡ. Беҙгә иҡтисад, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт өлкәһендә был документтың пункттарын яңыртырға кәрәк буласаҡ. Был йүнәлештәрҙә беҙ Башҡортостан Республикаһы менән мөнәсәбәтте әүҙем үҫтерә алабыҙ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашыуҙы йомғаҡланы:

– Беҙҙең делегация күҙлегенән был сәфәр бик яҡшы булды. Беҙ төрлө илдәргә барҙыҡ, партнерҙар эҙләнек. Ләкин Иран һөҙөмтәлелек буйынса иң яҡшы визиттарҙың береһе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:
Читайте нас: