Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Июнь 2023, 11:00

Һайлау көнө билдәләнде

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы сираттағы ултырышта етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙы 2023 йылдың 10 сентябренә тәғәйенләне. Был хаҡта Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында хәбәр ителә.

Һайлау көнө билдәләнде
Һайлау көнө билдәләнде

Дәүләт Йыйылышы биш йылға һайлана һәм 110 депутаттан тора. 55 депутат – бер мандатлы һайлау округтары (бер округ – бер депутат), ҡалған 55 депутат берҙәм республика һайлау округы буйынса һайлана. Тауыш биреү көнөнә 21 йәше тулған һәм һайлау хоҡуғына эйә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты итеп һайлана ала.

Автор:
Читайте нас: