Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Июль 2023, 15:00

Башҡортостан Башлығы Ҡыйғы һәм Салауат райондарына эш сәфәре менән барҙы

Ҡыйғы районы «Маяҡ» балалар һауыҡтырыу лагеры нигеҙенда «Патриот» паркының бүлексәһе төҙөлә. Ул йыл әйләнәһенә эшләйәсәк һәм төньяҡ-көнсығыш төбәктәр өсөн йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү үҙәгенә әйләнергә тейеш. Был турала Башҡортостан башлығының Ҡыйғы һәм Салауат райондарына сәфәре барышында билдәләнде.

Башҡортостан Башлығы Ҡыйғы һәм Салауат райондарына эш сәфәре менән барҙы
Башҡортостан Башлығы Ҡыйғы һәм Салауат райондарына эш сәфәре менән барҙы

«Маяҡ» лагерында ял иткән балалар Башҡортостан башлығын күтәренке кәйефтә ҡаршылай. Был сменала улар илһөйәрлек төшөнсәһен яҡшыраҡ үҙләштергән.

Әле бында республиканың башлыса төньяҡ-көнсығыш райондарынан тупланған балалар йәйге ялын уҙғара

Тиҙҙән «Маяҡ» лагерының мөмкинлектәре тағы киңәйә.Уның нигеҙендә «Патриот» паркы бүлексәһен асыу ҡарала. Әлеге биналарға капиталь ремонт уҙғарыу, модулле ҡоролмаларҙан яңы корпустар төҙөү, спорт майҙансығы һәм ҡаршылыҡтар һыҙатын ҡороу планға индерелгән.

«Патриот» паркы селтәрен киңәйтеү Башҡортостан башлығы башланғысы менән башҡарыла. Радий Хәбиров Ҡыйғы районындағы проект менән дә яҡындан танышты. Иң мөһиме лагерҙы заман талаптары буйынса камиллаштырып, балалар өсөн уңайлы шарттар булдырыу тине Радий Хәбиров.

Ҡыйғы районы үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылында уңайлы ҡала мөхитен булдырыу программаһы буйынса ял урыны төҙөкләндерелгән. Сауҙа урындары яңыртылған, тротуарҙар, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар һалынған, эскәмйәләр, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған.

Башҡортостан Башлығы Үрге Ҡыйғы ауылының геройҙар аллеяһында ла булды. Бында төрлө быуын Ватан һаҡсылары тураһында мәғлүмәт бирелгән. Радий Хәбиров аллеялағы мемориалға сәскә һалды.

Ҡыйғы районы кәсепселәргә лә бай төбәк. Башҡортостан башлығы килеүгә улар үҙ продукцияһын күргәҙмәгә сығарҙы. Эшҡыуар Олег Йыһангиров талдан декоратив әйберҙәр үрергә өйрәнгән. Эшен киңәйтергә иҫәбе бар.

Башҡортостан башлығы «Биотех Туғыҙлы» ауыл хужалығы предприятиеһына ла туҡталды. Әле бында ураҡ эштәренә әҙерлек бара. Быйыл сәсеүлектәрҙе киңәйтеүгә өлгәшелгән.

Биотех Туғыҙлы аҡыллы ер эшкәртеү алымын ҡуллана. Тупраҡ анализы һөҙөмтәләренән сығып, культура билдәләнә ти хужалыҡ етәксеһе Динар Әхмәтдинов.

«Биотех Туғыҙлы» компанияһын әле төньяҡ көнсығыштағы иң эре ауыл хужалығы предприятиһы тип атарға мөмкин. Ҡыйғы районы бүлексәһендә генә 100 -ҙән ашыу кеше эш урыны тапҡан. Эшсе ҡулдарға ихтыяж ҙур. Шуға компания вахта ысулы менән республиканан механизаторҙарҙы саҡыра. Бының өсөн предприятиела бөтә уңайлығы булған заманса дөйөм ятаҡ төҙөлгән.

Радий Хәбиров «Йүрүҙән-2023» унынсы Бөтә Рәсәй туриадаһында ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне һәм ярыш дистанцияларын ҡарап сыҡты.

Мөмкинлектәре сикләнгән замандаштарыбыз өсөн ойошторолған спорт туризмы фестивалендә илебеҙҙең 12 төбәгенән, шул иҫәптән Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары командалары ҡатнаша.

Башньюс

 

 

 

Автор:
Читайте нас: