Хөкүмәткә өс ай эсендә саралар планын әҙерләү бурысы йөкмәтелә, тиелә документ тексында. Шулай уҡ Министрҙар кабинеты сит ил лидерҙарының ҡатнашыуын күҙ уңында тоторға һәм ветерандарҙың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу буйынса саралар күрергә тейеш.
Илдең «Еңеү» ойоштороу комитетына байрам сараларын әҙерләү һәм үткәреү буйынса федераль башҡарма власть органдары, Рәсәй субъекттарының башҡарма власть органдары, урындағы үҙидара органдары һәм йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген координациялау бурысы ҡуйыла.
Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығына — тейешле сәйәси-дипломатик ярҙам күрһәтергә, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдарына байрам сараларын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашырға ҡушылды.
Башинформ