Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Август 2023, 11:00

Мәғариф тармағында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Ошо көндәрҙә илебеҙ Президенты Владимир Путин мәктәп уҡыусыларын файҙалы йәмәғәт эштәренә йәлеп итеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Мәғариф тармағында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
Мәғариф тармағында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Мәғариф тураһындағы законға уҡыусыларҙың хеҙмәткә ҡағылышлы бурыстары индерелде. Бында һүҙ иң ябай эштәр – уҡыу бүлмәләрендә таҙалыҡты һаҡлау, байрамдарға белем усағын биҙәү, мәктәп биләмәһенә ағастар һәм сәскәләр ултыртыу һәм башҡа саралар тураһында бара. Законға ярашлы, бынан һуң «тәрбиә» төшөнсәһе уҡыусыларҙа эшһөйәрлек, хеҙмәткә яуаплы ҡараш булдырыу кеүек ғәмәлдәрҙе һәм бурыстарҙы ла үҙ эсенә ала. Эш төрҙәре балаларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ҡушыласаҡ, иҙән дә йыуасаҡтар, бының өсөн ата-әсәнән рөхсәт һорап тормаясаҡтар.

Ғәмәлгә ингән үҙгәрештәрҙең тағы береһе – «Тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре» фәне хәҙер «Хәүефһеҙлек һәм Тыуған илде һаҡлау нигеҙҙәре» тип аталасаҡ. Шулай уҡ яңы уҡыу йылында мәктәптәргә көмөш – II дәрәжә «Уҡыуҙағы айырым уңыштар өсөн» миҙалы кире ҡайтарыла. Ул элеккесә башҡа фәндәрҙән гел «бишле»гә өлгәшеп, аттестатында ике фәндән «дүртле» булған уҡыусыларға тапшырыласаҡ.

Яңы закон быйылғы йылдың 1 сентябренән ғәмәлгә инә, бары тик «Тормош эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге» нигеҙҙәре фәнен «Хәүефһеҙлек һәм Тыуған илде һаҡлау нигеҙҙәре» тип үҙгәртеү 2024 йылдың 1 сентябренән тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.

Автор:
Читайте нас: