«Был исемдең Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын байрам иткәндә бирелеүе символик мәғәнәгә эйә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап Ишембай – «икенсе Баҡы» – фронт ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Бында 4, 5 млн тонна нефть табыла – СССР-ҙа бөтә табылғандың сиреге был.
Ишембай – Өфөнән ҡала Башҡортостанда икенсе «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы». Республика халҡы фронттағы һәм тылдағы батырлыҡтары, көндәлек фиҙакәр хеҙмәттәре менән еңеүҙе яҡынайталар», – тип һөйләне төбәк башлығы Радий Хәбиров.
Шулай уҡ ул Ишембай – «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стелаһын иң матур урындарҙың береһенә ҡуясаҡтарын белдерҙе. Уны ҡала халҡы менән бергә һайлаясаҡтар.
«БИ» белешмәһе
2025 йылда «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исеме Рәсәйҙең ете ҡалаһына бирелде: Ҡурған (Ҡурған өлкәһе), Юғары Пышма (Свердловск өлкәһе), Ишембай (Башҡортостан Республикаһы), Ковров (Владимир өлкәһе), Мейәс (Силәбе өлкәһе), Зеленодольск (Татарстан Республикаһы), Ленинск-Кузнецкий (Кемерово өлкәһе) һәм Салехард (Ямал-Ненец автономиялы округы).