Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Ғинуар , 11:00

Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйылды

Президент Владимир Путин 2025 йылда Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйылды
Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйылды

«Тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ветерандарға рәхмәт белдереп һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығын танып, 2025 йылда Рәсәй Федерацияһында Ватанды һаҡлаусылар йылын уҙғарырға тигән ҡарар ҡабул итәм», - тиелә унда.

Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе итеп президент хакимиәте етәксеһе Антон Вайно тәғәйенләнде.

Башинформ

 

Автор:
Читайте нас: