Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
10 Февраль , 11:00

Владимир Путин яҡташтарыбыҙға маҡтаулы исемдәр һәм наградалар тапшырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр менән бүләкләне. Тейешле указ Рәсәй Федерацияһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Владимир Путин яҡташтарыбыҙға маҡтаулы исемдәр һәм наградалар тапшырҙы
Владимир Путин яҡташтарыбыҙға маҡтаулы исемдәр һәм наградалар тапшырҙы

Документҡа ярашлы, Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһының шәфҡәт туташы Эльвира Төлкөбаева Лука Крымский миҙалына лайыҡ булды.

Республика кардиология үҙәге табибы Юлиә Рәхмәтуллина һәм ошо уҡ медицина ойошмаһының бүлек мөдире Тимур Тимербулатов та шундай уҡ награда алды.

Республика клиник йоғошло сирҙәр дауаханаһының баш табибы Азат Мөхәмәтйәновҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» тигән исем бирелде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-02-09/vladimir-putin-prisvoil-zhitelyam-bashkirii-pochetnye-zvaniya-i-nagrady-4114252

Автор:
Читайте нас: